Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған брифингта күтәрелгән тема - яңы уҡыу йылына әҙерлек, балалар баҡсаларының асылыуы менән бәйле эпидемиологик саралар.
Яңы уҡыу йылының башланыуы шатлыҡлы ваҡиға булһа ла, эпидемиологик хәлдең ҡырҡыулашып китеү хәүефе бар. Республиканың мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, балалар баҡсалары әүҙем рәүештә кескәйҙәрҙе ҡабул итеүгә әҙерләнә, сирҙең таралыуына юл ҡуймау маҡсатында саралар ҡабул ителә. Студенттарҙан торған медицина инспекторҙары һәр ерҙә ҡағиҙәләр үтәлешен тикшерәсәк, балалар баҡсалары һәм класс бүлмәләре даими елләтелеп, йоғошһоҙландырылып торасаҡ.
Баҡсаға килгән баланың ҡулында сирле кеше менән бәйләнеш булмауын, сәләмәтлеген раҫлаған, педиатрҙан алынған белешмә булырға тейеш.
Мәктәптә 17 йәшкә тиклемге балалар битлекһеҙ йөрөй ала. Хроник сирҙәре булған уҡыусыларҙың ата-әсәһе ғариза яҙып, баланы дистанциянан тороп уҡытыуға күсереү мөмкинлеге бар.