Республикала сүпте сорттарға айырыу буйынса заманса өс комплекс төҙөлә. Һәр комплекс йылына 100 мең тонна сүп-сар эшкәртәсәк. Был эш “Экология” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Туймазы районындағы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонында сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексын төҙөү дауам итә. Комплекс йылға 100 мең тоннаға тиклем ҡалдыҡтар эшкәртеүгә иҫәпләнгән.
Дәүләкән районында ла ошондай уҡ комплекс төҙөлә. Ул йылына 40 мең тоннаға тиклем сүп-сарҙы сорттарға айырыуға һәләтле буласаҡҡ. Уның өсөн биләмә бүленгән, документтар әҙерләнә.