Бөгөн, 27 августа, уҡытыусыларҙың традицион август кәңәшмәһе уҙҙы. Быйыл ул ғәҙәти булмаған форматта - онлайн-режимда үтте. Сарала ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Дилбәр Мостафина, мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибуллина, уҡытыу-методика үҙәге хеҙмәткәрҙәре, белем биреү учреждениелары етәкселәре, ата-әсәләр ҡатнашты. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы Альберт Яримов һәм башҡалар ҡатнашты.
Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов барыһын да сәләмләне.
- Быйылғы уҡыу йылының аҙағы еңелдән бирелмәне. Коронавирус пандемияһы үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Балалар шуның арҡаһында дистанцион уҡырға мәжбүр булды. Бындай формат бер кемгә лә еңел булманы. Әммә беҙ бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алдыҡ. Берҙәм дәүләт имтиханынан 100 балл йыйыусы 4 уҡыусыбыҙ, юғары балл йыйыусы 66 уҡыусыбыҙ бар. Был бик яҡшы һөҙөмтә. Уҡытыусыларға, балаларға, уларҙың ата-әсәләренә сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм. Әлеге көнгә бөтә мәғариф учреждениелары ла яңы уҡыу йылына әҙер. Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, оптимизм, алдығыҙға ҡуйылған маҡсаттарығыҙға ирешеүегеҙҙе теләйем.
Был турала ентеклерәк гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.