газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август 2020, 13:12

Зыянынан башҡа бер файҙаһы ла юҡ

Тәмәкенең зыяны тураһында ҡат-ҡат һөйләнелһә лә, унан баш тартыусылар кәмемәй тиерлек.

Тәмәкенең зыяны тураһында ҡат-ҡат һөйләнелһә лә, унан баш тартыусылар кәмемәй тиерлек. Үпкә яман шешен килтереп сығарыусы төп сәбәп тәмәке тартыу, тип белдерә табиптар. Тик тәмәке тартмаусыларҙа ла был сир осрай бит. Баҡтиһәң, көйрәткән кеше үҙенең генә түгел, тирә-йүндәге кешеләрҙең сәләмәтлегенә лә зыян килтерә икән. Даими рәүештә тәмәкеселәр янында ултырырға йәки йөрөргә мәжбүр булған кешеләрҙә үпкә яман шеше менән ауырыу хәүефе 20-30 процентҡа арта. Бынан тыш, тәмәке төтөнө кешелә аллергия, ринит, экзема, бронхиаль астма килтереп сығарыуы ихтимал. Тәмәкегә ҡурҡыныс радиоактив матдәләр свинец һәм полоний ҡушыла. Янып торған тәмәкенең төтөнө - 4 меңдән ашыу химик матдәне берләштереүсе үҙе бер химия заводы.Кешене үлтереү өсөн 4-5 тәмәкеләге никотин дозаһы ла етә.
Тәмәке тартыусылар булған ғаиләләрҙәге сабыйҙарға ла ҙур ҡурҡыныс янай. Сәләмәтлек - кешенең иң ҙур байлығы. Һау-сәләмәт булайыҡ, насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ торайыҡ.
Фото: cherinfo.ru
Читайте нас: