Республика онкология диспансерына дүрт AVEA үпкәне яһалма елләтеү аппараты алынған. Был эш "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы бойомға ашырылған.
Яңы ҡорамалдар реанимация-анестезиология хеҙмәтен яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.
Әйтәйек, үпкәне елләтеү параметрҙарына һәм үпкә механикаһының һанлы һәм графика рәүешендәге күрһәткестәренә мониторинг үткәреү аппараттарҙың тәьҫирлеген өҙлөкһөҙ күҙәтеүҙе тәьмин итәсәк. Шулай уҡ ул үпкә функцияһының тергеҙелеүе, оҙайлы елләтеүҙең хәүефһеҙлеге тураһында тулы мәғлүмәт бирәсәк. Аппаратта пациенттың үҙ аллы тын алыуға әҙерлеген баһалаған аналитик программа урынлаштырылған. Милли проектҡа ярашлы, онкология сирен дауалаған медицина ойошмаларына бөтәһе 88 аппарат алынасаҡ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынды.