Республикала санитар авиацияһын үҫтереү “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы бойомға ашырыла. Санавиацияның төп маҡсаты - тәүге һәм ашығыс махсуслаштырылған медицина ярҙамын күрһәткәндә оператив рәүештә ҡарар ҡабул итеү, үлем кимәлен кәметеү. Ул тулыһынса тейешле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған, уның ярҙамында ауырыуҙы тиҙ эвакуацияларға мөмкин, вертолетта шулай уҡ уҡ реанимация сараларын үткәреү ҡаралған. Был республика халҡына махсус, шул иҫәптән юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк.Санитар авиация үҫеше стратегияһына ярашлы, республикала һигеҙ вертолет майҙаны булдырыласаҡ. Улар Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалалары һәм Асҡын, Мәсәғүт ауылдарының медицина ойошмаларынан алыҫ булмаясаҡ. Тағы ла алты майҙан баш ҡалала урынлашасаҡ. Шулай итеп, санитар авиация ярҙамында 2020 - 2024 йылдарҙа өҫтәмә рәүештә кәм тигәндә 465 осош яһаласаҡ.