Баш ҡаланың ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү дауаханаһына яңы хирургия навигация станцияһы алынды. Ул республикаға “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы ҡайтарылды. Табиптар өсөн ул - алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Аппарат хирургтарға шештең ҡайҙа урынлашыуын теүәл асыҡларға һәм операцияны хәүефһеҙ үткәрергә ярҙам итә.
Манипуляциялар аҙ тишемле ысул менән башҡарыла. 38,5 миллион һумлыҡ навигация системаһы дауаханала июль айында эшләй башлаған.
Был ҡорамал лор-хирургия, травматология һәм быуындар протезлау өлкәһендә ярҙамға киләсәк. Дауаханаға көн дә баш мейеһенең ҡан тамырҙары сирҙәре менән тиҫтәләгән ауырыу килә. Элек, ҡорамал булмау сәбәпле, күбеһен федераль үҙәктәргә ебәрергә тура килгән.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынды.