газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 12:25

Ярҙамды көтөп ала алмай үлгәндәр

Силәбе өлкәһендә коронавирустан бер-бер артлы ғаилә пары вафат булған. Уларҙың ике балаһы ҡалған. Мәрхүмдәрҙең улы һөйләүенсә, әсәһе дауаханала сиратта, медицина ярҙамы алып өлгөрмәй донъя ҡуйған, ә атаһы өс көндән реанимацияла үлгән.

«Минең атайым һәм әсәйем ғазаплы үлем менән киттеләр, ярҙамды көтөп ала аламанылар, - тип һөйләгән коронавирустан харап булған ир менән ҡатындың улдары. - Атай үҙе бик насар хәлдә булһа ла, әсәйҙе дауаханаға алып китте. Ярҙам итегеҙ тип үтенеүенә ҡарамаҫтан, уларҙы сиратта тоталар. Әсәйем шунда йығылып үлә. Шул саҡ атайҙы тикшерергә булалар. Тикшереүҙән һуң, уның үпкәләренең 90 проценты зыян күреүе асыҡлана. Өс көндән һуң ул Магнитогорсиҙа үлде».
Вафат булған парҙың балалары әле үҙ аллы изоляцияла.
Фото:sb.by
Читайте нас: