газета "Салауат"
+11 °С
Облачно
Новости
21 Августа 2020, 06:00

Симкаларҙы онлайн алырға мөмкин буласаҡ

2021 йылда Башҡортостанда сим-карталарҙы онлайн һатыу буйынса эксперимент башлап ебәрергә иҫәп тоталар.

2021 йылда Башҡортостанда сим-карталарҙы онлайн һатыу буйынса эксперимент башлап ебәрергә иҫәп тоталар. Эксперимент "Һанлы иҡтисад" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Башҡа һынау төбәктәре араһында - Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе, Красноярск, Пермь һәм Приморье крайҙары, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Ростов, Һамар, Свердловск өлкәләре һәм Татарстан.
Онлайн сим-карта һатып алырға теләгән кеше махсус ҡушымтаны күсереү өсөн Интернеттың бушлай пакетын аласаҡ, унда теркәлергә һәм паспорт менән фотоға төшөргә кәрәк буласаҡ.
#Миллипроекттар
Фото: admtyumen.ru
Читайте нас