Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 11:20

Путин буласаҡ чиновниктарға: иң мөһиме кеше булып ҡалыу

Дәүләт хеҙмәтен алып барғанда һәр чиновник мотлаҡ шуны иҫтә тоторға тейеш, ул ниндәй генә вазифа биләмәһен, иң тәү сиратта кеше булып ҡалырға кәрәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин идарасыларҙың кадрҙар резервы программаһының өсөнсө ағымын тамамлаусылар менән һөйләшкәндә шулай тип белдерҙе.

Дәүләт башлығы фекеренсә, ошо мөһим шартты мотлаҡ үтәгәндә генә идарасыларҙың алдынғы белеме һәм компетенциялары рәсәй халҡының именлеген нығытыу өсөн эшләйәсәк. Шулай уҡ Владимир Путин дәүләт хеҙмәтендә кешелек сифаттары, атап әйткәндә, кешеләрҙе һәм уларҙың проблемаларын тыңлай белеү мөһим булыуы хаҡында ла әйтте. Уның һүҙҙәренсә, тейешле шәхсән сифаттар булмай тороп дәүләт хеҙмәтендә эшләү мөмкин түгел.
#ВладимирПутин
Читайте нас: