4 декабрҙә "Торатау" Конгресс-холында «Экспортлау ваҡыты» III халыҡ-ара экспорт форумы уҙасаҡ. Сара "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Былтыр үткәрелгән икенсе форум эшендә төрлө илдәрҙән 300-ҙән артыҡ кеше ҡатнашҡан.
2019 йылғы форумда төҙөлгән килешеүҙәр араһында Башҡортостан Хөкүмәте һәм "Рәсәй экспорт үҙәге" йәмғиәте араһындағы ике килешеү ҙә бар.
Беренче килешеү электрон сауҙа каналдары буйынса Рәсәй сеймал булмаған экспортын үҫтереүгә ҡағыла. Икенсеһендә «Экспортлы форсаж» акселерация программаһын бергәләп ғәмәлгә ашырыу тураһында һүҙ бара. Ул Башҡортостан биләмәһендә экспорт йүнәлешле предприятиелар өсөн “Рәсәй экспорт үҙәге" йәмғиәте Экспорт мәктәбе тарафынан эшләнгән.
"Башҡортостан халыҡ-ара кооперацияны һәм экспортты үҫтереү буйынса милли проектты тормошҡа ашырыуға әүҙем кушылды. Биш төбәк проекты сиктәрендә беҙ кесе һәм урта предприятиеларҙың донъя баҙарына сығыу бурысын хәл итәбеҙ. Әгәр элек предприятиеларға экспорт менән үҙ аллы шөғөлләнергә тура килһә, хәҙер улар был мәсьәләлә дәүләт ярҙамына тулыһынса иҫәп тота ала", - тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров.