Новости
19 Августа 2020, 06:00

Балаларға - яңыртылған спорт залдары

Башҡортостанда 2024 йылға тиклем 288 мәктәптә спорт залдары ҡорамалдары яңыртыласаҡ.

Башҡортостанда 2024 йылға тиклем 288 мәктәптә спорт залдары ҡорамалдары яңыртыласаҡ. Был "Мәғариф" милли проекты һәм "һәр баланың уңышы" төбәк проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Спорт залдары, майҙансыҡтары йыл да яңыртыласаҡ, мәктәп спорт залдары үҫешәсәк, асыҡ урындағы майҙансыҡтар тейешлесә йыһазландырыласаҡ.
Быйыл был проектты тормошҡа ашырыу өсөн БР Хөкүмәте һәм РФ Мәғариф министрлығы араһында килешеү төҙөлгән. Яңы уҡыу йылына ҡарай 43 спорт залын ремонтлау тамамланасаҡ. Муниципаль райондар иһә тема буйынса 90-дан ашыу контракт һәм килешеү төҙөгән.
#Миллипроекттар
Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан.
Читайте нас