Ғаризалар Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлыҡтың Халыҡ кәсептәре, һөнәрселек, ауыл һәм экологик туризм үҙәгендә ҡабул ителә. Сараның маҡсаты – ташҡа биҙәк төшөрөүселәр сәнғәтенең үҫешенә булышлыҡ итеү һәм уны популярлаштырыу. Был конкурс “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проектына ярашлы бойомға ашырыла.
Ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр, ғөмүмән, ташҡа биҙәк төшөрөүселәр үҙ көсөн һынап ҡарай ала. Еңеүселәр “Классик һәм заманса ташҡа биҙәк төшөрөү сәнғәте”, “Ташҡа биҙәк төшөрөүҙә яңылыҡтар”, “Сувенирҙар”, “Интерьер һәм көнкүреш өсөн кәрәк-яраҡтар” һәм “Йәш ташҡа биҙәк төшөрөүсе” номинациялары буйынса билдәләнә. Ғаризалар 14 сентябргә тиклем ҡабул ителә.