Сүриәләге хәл хаҡында фекер алышҡанда терроризмға ҡаршы берҙәм көрәште әүҙемләштереү кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте. Дәүләт башлыҡтары Рәсәй-Төркиә килешеүен үтәү мәнфәғәтендә үҙ хәрәкәттәрен киләсәктә координациялау хаҡында килеште.
Бынан тыш, ике ил лидеры сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү һорауын да ҡараны. Анкара, Стамбул һәм Төркиәнең курортлы райондары менән авиабәйләнештәрҙең тергеҙелеүен иҫәпкә алып, Владимир Путин Төркиәгә барыусы Рәсәй граждандарының санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлегеген тәьмин итеү мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
#ВладимирПутин