Башҡортостан үҙ төбәгендәге кинотеатрҙарға ярҙам итеү өсөн 30 миллион һумлыҡ грант отто.
Был турала социаль селтәрҙәрҙә республиканың мәәҙәниәт министры Әминә Шафтҡова хәбәр итә. "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә республиканың төрлө райондарындағы алты кинотеатр яңыртыласаҡ.
"Кино" фонды төбәктәрҙә кинозалдарға ярҙам итеү буйынса федераль конкурс һөҙөмтәләрен иғлан итте. Һәм беҙ Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында иң күп гранттарҙы оттоҡ - дөйөм суммаһы 29,99 миллион һумға 6 грант. Һәр залды йыһазландырыуға яҡынса 5 миллион һум бүленгән", - ти ведомство башлығы.
Фото: Башҡортостан Республикаһының рәсми порталы.