Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2020, 14:05

Үлемесле юл-транспорт ваҡиғалары күбәйгән

Бер аҙна эсендә генә республика юл-транспорт ваҡиғаларында 14 кешенең ғүмере өҙөлгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы асыҡлау маҡсатында район-ҡалаларҙа рейдтар ойошторола.

Бер аҙна эсендә генә республика юл-транспорт ваҡиғаларында 14 кешенең ғүмере өҙөлгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы асыҡлау маҡсатында район-ҡалаларҙа рейдтар ойошторола.
Өфөлә тикшереү барышында 2500-ҙән ашыу водитель административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Водитель таныҡлығы хоҡуғы ваҡыты сыҡҡан йәки тәҙрәләрҙе ҡараңғылатып йөрөү кеүек ҡағиҙә боҙоу осраҡтарында автоһәүәҫкәрҙәргә штраф һалына. Тап иҫкәртеү рейдтары спиртлы эсемлектәр ҡулланған водителдәрҙе асыҡларға ярҙам итә, тип билдәләй юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре. Мәҫәлән, тикшереү барышында республика юлдарында хәрәкәт итеүсе иҫерек 78 водитель асыҡланды.
Өфө юлдарында ғына түгел, республиканың райондарында ла күләмле рейдтар көтөлә. Юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандары һанын кәметеү маҡсатында инспекторҙар көсөргәнешле эш режимына күсерелә.
Читайте нас: