Билдәле артист, күптәр яратып тыңлаған Гүзәл Уразова был пандемияға бәйле концерттарҙың булмауы арҡаһындамы, әллә үҙенең ҙур теләге менәнме, бөтөнләй икенсе юҫыҡта эш менән шөғөлләнә башланы. Ул «Атоми» исемле кибете асылыуы тураһында хәбәр итте. Әммә күптәр йырсыны ауырлы тип күҙаллай башланы.
Гүзәл Уразова үҙ кибетен асыуы хаҡында шатлыҡлы хәбәр менән инстаграмдағы сәхифәһендә бүлеште. Яҙма аҫтында ҡотлау һүҙҙәре менән тәнҡит тә, йырсының ауырлы булыуында шиктәрен белдереүселәр ҙә табылды. “Әллә һеҙ ҙә бәпес көтәһегеҙме?”, “Эйе шул, ҡорһаҡлыға оҡшаған”, “Бала - ул бәхет, иҫән-һау булығыҙ”, “Гүзәл, һалығыҙ күлмәгегеҙҙе, ул һеҙҙе таҙа итеп күрһәтә”, “Карантин килеште: бәпес көтәләр, кибет асалар, мәж килә был блогерҙар”, тип яҙалар инстаграмда ултырыусылар. Бына шулай, һәр ваҡыт кешенең күҙ алдында булған йырсыларға еңел түгел, кейгән күлдәктәре лә оҡшамауы мөмкин, хатта ауырлы итеп ҡуйыуҙары ла ихтимал.
Фото: tatar-today.ru