Республикала «Демография» милли проекты сиктәрендә ”Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү - өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар булдырыу» төбәк проекты бойомға ашырыла.
Был проектты бойомға ашырыу сиктәрендә республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы 1,5 йәштән 3 йәшкә тиклемге балаларға шәхси белем биреү ойошмаларында өҫтәмә урындар булдырыуға гранттар биреүгә конкурс уҙғарылды. Унда 16 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы ҡатнашты. 8,1 млн һум грант алыуға биш еңеүсенең береһе - Өфөнөң «Мин - Гений» автономиялы коммерцияға ҡарамаған дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс мәктәп - балалар баҡсаһы.
Алынған аҡсалар өҫтәмә урындар, матди-техник база, уҡыу-методик, программа тәьмин ителешен булдырыуға, шулай уҡ белгестәрҙе квалиификациялауға йүнәлтелә. Бөгөнгө көнгә белем биреү ойошмаһы тарафынан өҫтәмә төркөмдәр асыу өсөн бина ремонтланған, педагогик персоналды туплау буйынса эш алып барыла. Был учреждение сентябрҙә өс йәшкә тиклемге 66 баланы ҡабул итергә әҙерләнә.