газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 20:54

Бесәйе өсөн кеше үлтерәләрме?

Был ғибрәтле хәл Белгород өлкәһендә булған.

Был ғибрәтле хәл Белгород өлкәһендә булған. 71 йәшлек ҡарт яратҡан бесәйенең юғалыуында күршеһендә йәшәүсе ҡатынды ғәйепләгән. Тегеһе, бында минең бер ҡыҫылышым да юҡ, тиһә лә, ҡарт ышанмаған.
Бер нисә көн теш ҡайрап йөрөгәндән һуң, бесәй хужаһы, эсеп алғас, күршеһенә кергән. Үҙе менән һунар мылтығын да эләктергән һәм ҡатындың күкрәгенә ата. Бисара ҡатын иҫән ҡалмай. Ҡаты бәғерле ҡартты мәрхүмәнең улы енәйәт урынында тотҡан. Уға ҡарата хөкөм ҡарары сығарылған да инде - ул 11 йыл ғүмерен тимер рәшәткәләр артында үткәрәсәк.
Фото: yandex.kz
Читайте нас: