Республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев белдереүенсә, быйыл 300 километрҙан ашыу автомобиль юлдары ремонтланасаҡ.
Милли проект өс төбәк проектын тормошҡа ашырыуҙы күҙаллай: “Юл селтәре”, “Юл хужалығын үҫтереүҙең дөйөм системалы саралары” һәм “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге”. Быйыл уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 7 миллиард һум аҡса бүленгән.
Быйылғы йыл тамамланғансы юлсылар Өфө районында Авдонға көнбайыш яҡтан урау юлды, Коммунистик урамы киҫелештәрен, Объезд, К. Моратов, Суханов, Ильич урамдарын һәм Стәрлетамаҡта Стәрлебаш трактын төҙөкләндереп бөтмәксе. Бынан тыш Салауат ҡалаһында Бекетов урамында автомобиль юлын төҙөп бөтөрөү планлаштырыла. Баш ҡаланың Калинин районында Лесунов урамы һәм Баландин бульвары өлөштәрен төҙәйәсәктәр.
Оҙонлоғо 6,4 километр булған өс объектты файҙаланыуға тапшырғандар. Һүҙ Үҙәк һәм Өфө районының Дебовка ауылына урап үткән юл, Стәрлетамаҡта Хоҙайбирҙин урамы участкаһы һәм Стәрлетамаҡ-Салауат автоюлының 22-25-се километрҙары тураһында бара.
Барлығы 2020 йылда 305 километр юл япмаһы ремонтланасаҡ, 12 километрҙа капиталь ремонт һәм өс километрҙа төҙөкләндереү үткәреләсәк, 23 светофор, 248 юл билдәһе, 1200 погон метр йәйәүлеләр өсөн ҡоймалар ҡуйыласаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы.