Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 23:18

Суд башланған

Бөгөн Салауат ҡалаһында Луизаның суды башланды.

Бөгөн Салауат ҡалаһында Луизаның суды башланды.
Ултырыш барышында суд Луиза менән Марат Хәйруллиндарҙың эште айырым тәртиптә ҡарау тураһындағы ғаризаһын кире ҡаҡҡан. Судья әйтеүенсә, Федераль закондың 314 һәм 316-сы статьяларына үҙгәрештәр индерелгән һәм уға ярашлы, эште тик енәйәт еңел һәм урта ауырлыҡта булған саҡта ғына махсус тәртиптә ҡарау мөмкин. Хәйруллиндар ҡылған енәйәт ауыр һынала, шуға күрә уны дөйөм тәртиптә ҡараясаҡтар.
Луизаның тарихын күптәр белә. Бер йыл элек ул үҙе эшләгән банктан 25 миллион һум аҡса урлап, ғаиләһе менән ҡасты. Бер айҙан уларҙы Ҡазанда таптылар. Луизаны СИЗО-ға, ире Маратты өйҙәге һаҡ аҫтына ултырттылар. Аҡсаны ставкалар ҡуйып оттороп бөткән Марат Хәйруллин енәйәт эшендә ҡатнашсы булып танылды. Ғаиләлә ике ҡыҙ үҫә. Луиза СИЗО-ға ултырғаны бирле уларҙы күргәне юҡ.
Уларға ниндәй яза бирелер? Быны суд хәл итәсәк.
Фото: социаль селтәрҙәрҙән алынды.
Читайте нас: