газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 11:30

Шәхси мәғлүмәттәр - һаҡ аҫтында

Рәсәй Президенты Владимир Путин Роспотребнадзор етәксеһе Андрей Липов менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы. Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, унда шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау, законһыҙ контенттарҙы асыҡлау буйынса ведомствоның эшмәкәрлеге, элемтә селтәрен үҫтереү һорауҙары ҡаралды.

Дәүләт башлығы осрашыуҙы шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау һорауынан башланы. Липов селтәрҙән «һәр кем өсөн күренеп торған мәғлүмәттәрҙе» суд ҡарары буйынса алып ташлау механизмын булдырыуҙы тәҡдим итте. Шулай уҡ ул шәхси мәғлүмәттәр өлкәһендәге закон боҙоуҙарҙың ваҡыт һуҙымын бер йылға тиклем оҙайтыу һәм бындай енәйәттәр өсөн штраф күләмен арттырыу кәрәклеген билдәләне.
#ВладимирПутин
Фото:riapo.ru
Читайте нас: