газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 23:40

Республика үҫеше өсөн бик мөһим

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Президиумы ултырышында республиканың Әбйәлил, Белорет һәм Бөрйән райондары билмәһендә «Урал» туристик-рекреацион махсус иҡтисади зона булдырыу проекты ҡаралды.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Президиумы ултырышында республиканың Әбйәлил, Белорет һәм Бөрйән райондары билмәһендә «Урал» туристик-рекреацион махсус иҡтисади зона булдырыу проекты ҡаралды. Республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов билдәләүенсә, «Урал» туристик-рекреацион махсус иҡтисади зона булдырыу эше төбәк Башлығының «2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһын социаль-иҡтисади үҫтереүҙең стратегик йүнәлештәре тураһында»ғы Указын үтәү маҡсаттарында алып барыла.
«Урал» махсус иҡтисади зонаһын булдырыу туристик потенциалды, туристлыҡ өлкәһендә һәм сиктәш тармаҡтарҙа продукция етештереү, хеҙмәт күрһәтеү күләмдәрен, шулай уҡ кесе һәм урта бизнестың активлығын арттырырға, турынан-тура инвестициялар йәлеп итеүҙе активлаштырырға ярҙам итәсәк. Был сараларҙың барыһы ла үрҙә күрһәтелгән өс райондың социаль тотороҡлоғон һәм итисади үҫешен тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.
2021 йылда, юл картаһы нигеҙендә, кәрәкле документтар пакеты менән заявка әҙерләү буйынса саралар үткәреү планлаштырылған.

- Башҡортостан Республикаһы өсөн туризмды үҫтереү мөһим һәм өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Әммә әлегә беҙ Башҡортостан өсөн туризмдың финанс таяныстарының береһе булыуын күрмәйбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды беренче вице-премьер Андрей Назаров һәм барлыҡ механизмдарҙы мөмкин тиклем һөҙөмтәле эшләргә ҡушты, шул рәүешле 2022 йылдың беренсе яртыһына «Урал» махсус иҡтисади зонаһын булдырыу эше тамамланырға тейеш.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәсми сайтынан.
Читайте нас: