Беҙҙең илдә донъяла тәүгеләрҙән булып коронавирус инфекцияһынан вакцина теркәлде. Был хаҡта бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин белдерҙе. Уның билдәләүенсә, препараттың хәүефһеҙлеге һәм һөҙөмтәлелеге иҫбатланған.
- Миңә билдәле булыуынса, бөгөн иртән донъяла тәүгегә яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина теркәлде, - тип хәбәр итте ил башлығы хөкүмәт кәңәшмәһе барышында. Шулай уҡ уның ҡыҙының был прививканы яһатыуы хаҡында ла һөйләне.
Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Марушко әйтеүенсә, вакцина ярайһы уҡ һөҙөмтәле эшләй, тотороҡло иммунитет булдыра һәм барлыҡ тикшереүҙәрҙе үткән.
Вакцинаны күпләп сығарыу оҙаҡламай башланыр тип көтөлә. Иң мөһиме ул ирекле, кешенең үҙенең теләге булған осраҡта ғына эшләнә. Тәү сиратта медиктарҙы, уҡытыусыларҙы прививкалау күҙ уңында тотола.
Дәүләт башлығы препаратты булдырыу өҫтөндә эшләгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.