Республика дауаханалары "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылыуын дауам итә. Ошо көндәрҙә Нефтекама ҡала дауаханаһына заманса һанлы рентген маммографы урынлаштырылған. Ул "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Онкологик ауырыуҙар менән көрәш" программаһы буйынса ҡайтарылған. Нефтекама дауаханаһы табиптары һәм пациенттары бындай ҡорамал ҡайтарылыуға бик шат. Заманса рентген маммографы теүәл диагностика яһау һәм һөт биҙҙәре яман шешенең башланғыс стадияларын асыҡлау өсөн юғары сифатлы рентген сурәте бирә.