газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 19:20

Элвин Грей менән Вилли араһындағы сетерекле хәл нисек тамамланыр?

Элвин Грей менән Вилли араһында килеп тыуған сетерекле хәлде күптәр аңлап та етмәй. Кем ғәйепле, кем хаҡ? Аңлашылмаусанлыҡ Вилдандың Гөлназ Асаеваға өйләнеүенән һуң башланды.

Элвин Грей менән Вилли араһында килеп тыуған сетерекле хәлде күптәр аңлап та етмәй. Кем ғәйепле, кем хаҡ? Аңлашылмаусанлыҡ Вилдандың Гөлназ Асаеваға өйләнеүенән һуң башланды.
Тәүҙә Вилли социаль селтәрҙәр аша хәҙер ирекле ижадсы икәнлеген һәм башҡа “Элвин Грей” лейблы аҫтында сығыш яһамауын белдерһә, Радик Юлъяҡшин да яуабын яҙып сығарҙы. Ул Вилли проектының ябылыуын иғлан итте, йәш йырсыны кешеләрҙе алдауҙа ғәйепләп, үҙенең төркөмөнән ҡыуылыуы тураһында белдерҙе. Шулай уҡ Вилдан Шәмсетдинов әлеге репертуары менән сығыш яһай алмаясағы хаҡында ҡаты иҫкәртте һәм башҡа сикләүҙәр ҡуйылыуын, әгәр Виллины берәйһе сығыш яһарға саҡырһа, биш миллион һум штраф түләйәсәген белдерҙе.
Бер уйлап ҡараһаң, һәр кемдең үҙ ижады һәм тамашасы ла үҙенә оҡшаған йырсыны һайлауға хоҡуҡлы кеүек. Әммә шоу-бизнестың да үҙ ҡанундары бар икән һәм улар ҡаты. Был ике йырсы араһындағы сыҡҡан низағ нимә менән тамамланыуын ваҡыт күрһәтер.
Фото: prokazan.ru
Читайте нас: