газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 11:35

Дәүләт иҫәбенә прививка яһау

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәткә Рәсәй халҡын күпләп вакцинациялауҙы дәүләт бюджетынан финанслауҙы тәьмин итергә ҡушты. Кешеләр өсөн прививка эшләтеү бушлай булырға тейеш.

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәткә Рәсәй халҡын күпләп вакцинациялауҙы дәүләт бюджетынан финанслауҙы тәьмин итергә ҡушты. Кешеләр өсөн прививка эшләтеү бушлай булырға тейеш.
Көҙөн һәм ҡышын дәүләт иҫәбенә гриптан рәсәйҙәрҙең 60 процентына, хәүеф төркөмөндәгеләрҙең 75 процентына прививка яһау күҙаллана. Шулай уҡ киҫкен респиратор инфекцияларҙы профилактикалау саралары сиктәрендә, препаратҡа дәүләт теркәүе уҙғарылғандан һуң, коронавирустан вакцинациялау ҡаралған.
Ил башлығы медиктарҙың ихтыяждарына, шул иҫәптә һаҡланыу, дезинфекциялау, антисептик, вируслы инфекцияларҙы диагностикалау һәм дауалау сараларына аҡса бүлеүҙе иҫәпкә алырға ҡушты. Хөкүмәт COVID-19 һәм башҡа киҫкен респиратор вируслы инфекцияларҙы дауалау өсөн ил препараттарын етештереү һәм дауаханаларҙы тәьмин итеүҙе контролдә тоторға бурыслы.
#ВладимирПутин
Фото: stolicaonego.ru
Читайте нас: