“Берҙәм Рәсәй” бюджет өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәрҙе – табиптарҙы, уҡытыусыларҙы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен – яҡлауға йүнәлтелгән тәҡдимдәрҙе әҙерләгән. Был хаҡта партияның Генераль советы секретары Андрей Турчак “Берҙәм Рәсәй” ойоштороған һәм министрлыҡтар, профсоюздар ҡатнашлығындағы бюджет өлкәһендәгеләргә хеҙмәт хаҡы түләүҙе үҙгәртеп ҡороу тураһындағы кәңәшмә барышында әйткән. Беренсенән, партия бюджет өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡының оклад өлөшөн арттырыу хаҡында тәҡдим итһә, икенсенән, компенсациялау һәм дәртләндереү рәүешендәге түләүҙәрҙең берҙәм исемлеген – хеҙмәт хаҡының база һәм дәртләндереү өлөштәренең нисбәте 70%-тән 30% ярашлы булһын өсөн – ойоштороу хаҡында тәҡдим иткән.
“Мониторинг күрһәтеүенсә, күп төбәктәрҙә уҡытыусыларҙың һәм табиптарҙың вазифа окладтары хатта минималь эш хаҡы күләменән түбәнерәк, ә уның дөйөм хеҙмәт хаҡын түләүҙең дөйөм күләме өлөшө 30 процентҡа ла етмәй. Ә май указдарын тормошҡа ашырыу өсөн урындарҙағы етәкселәр эш сәғәттәре ставкаларын асыҡ манипуляциялау менән шөғөлләнә. Шул уҡ уҡытыусыларҙы “көс менән” 1,5 – 2 ставкаға эшләргә, өҫтәмә класс етәкселеген алырға, факультативтар алып барырға мәжбүр итәләр. Медицина хеҙмәткәрҙәрен өҫтәмә дежур иттерәләр”, – тигән Андрей Турчак.
Ошоноң менән бәйле, “Берҙәм Рәсәй” мәжбүри артыҡ эшләүҙе сикләү өсөн бюджет өлкәһендәгеләрҙең эш хаҡы буйынса май указдары күрһәткестәрен үтәү бер ставканан сығып эшләү тәьмин ителергә тейеш, тип иҫәпләй.
Бынан тыш, партия бюджет ойошмалары етәкселәренең, уларҙың урынбаҫарҙарының һәм баш бухгалтерҙарҙың, ҡалған хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡы күләме нисбәтенең сик күләмен билдәләргә тәҡдим иткән. “Был эш хаҡтары нисбәтенең асыҡ, үтә күренмәле коэффициентын индереү ғәҙел буласаҡ”, – тип әйткән Андрей Турчак.
“Башҡортостан” дәүләт концерт залының йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса бүлек етәксеһе Хәлил Хәмзиндың билдәләүенсә, республикабыҙҙа уртаса эш хаҡы 35 мең һум тәшкил итә һәм ул бюджет өлкәһендәгеләрҙең генә түгел, дөйөм эшләүселәрҙең һанынан сығып иҫәпләнә. “Шуға, минеңсә, бюджет өлкәһендәгеләрҙе дөйөм финанслауҙы арттырырға кәрәк. Юғиһә беҙҙе мәктәптә уҡытҡанса килеп сыға: ҡушылмаларҙы алмаштырыуҙан сумма үҙгәрмәй. Коронавирус менән бәйле бөгөнгө һәм тағы эш биреүсенең хеҙмәткәрҙе мәжбүри ялға ебәреү кеүек ошондайыраҡ хәлдәрҙе иҫәпкә алғанда, “Берҙәм Рәсәй”ҙең бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең окладын күтәреү көнүҙәк буласаҡ”, – тигән Хәлил Хәмзин.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең тәҡдимдәре ил Хөкүмәте Рәсәй Дәүләт Думаһына индергән закон проектына ҡағыла. Документҡа ярашлы, Министрҙар кабинеты бюджет өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын түләү системаларына талаптарҙы раҫлау хоҡуғын аласаҡ. Профилле министрлыҡтар ҙа был проблеманың күптән барлығы хаҡында әйтә. Айырым алғанда, илдең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығында төҙәтмәләрҙе ҡабул итеү “төрлө төбәктәрҙәге бер тармаҡтың хеҙмәт хаҡын түләү шарттарын гармониялаштырасаҡ, ҡулланылған хеҙмәт өсөн түләү шарттарының үтә күренмәлелеген күтәреү һәм мотлаҡ саҡта федераль кимәлдә социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте өсөн түләү буйынса тиҙ ҡарарҙар ҡабул итергә, әммә шул уҡ ваҡытта төбәк һәм муниципаль кимәлдә ярайһы уҡ һығылмалы көйләүҙе һаҡларға булышлыҡ итәсәк”.
Рәсәй Дәүләт Думаһындағы “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе Сергей Неверовтың белдереүенсә, төбәктәрҙә закон проекты хаҡында һөйләшеүҙәр бара һәм ул, белгестәр берҙәмлегенең иҫкәрмәләрен иҫәпкә алып, эшләнәсәк. Федераль ведомстволар, хеҙмәткәрҙәр берекмәләре вәкилдәре менән асыҡ диалог сиктәрендәге бөгөнгө осрашыуҙың маҡсаты – берҙәм бер фекергә килеү һәм был проблеманы хәл итеү юлын табыу. Ул бюджет өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәрҙең ҡыҙыҡһыныуҙарын мөмкин тиклем күберәк иҫәпкә алырға ярҙам итер ине”, – тип белдергән Рәсәй Дәүләт Думаһындағы “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе.