газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 22:46

Башҡортостан ҡунаҡтарға шат

"Әле йәй һәм отпусктар мәле. Коронавирус кешеләрҙең пландарына үҙгәрештәр индерҙе һәм күптәр быйыл сит илдәргә барманы.

"Әле йәй һәм отпусктар мәле. Коронавирус кешеләрҙең пландарына үҙгәрештәр индерҙе һәм күптәр быйыл сит илдәргә барманы.
Хәҙер эске туризм хакимлыө итә. Төрлө социаль селтәрҙәрҙә яҡындарым һәм дуҫтарымдың сәхифәләрендә бик күп матур фотолар ҡуйылған, уларҙың бөтәһе лә илебеҙҙең төрлө нөктәләренән. Был бик ҡыуандыра. Кешеләр Рәсәй тураһында күберәк белә, туристик бизнес та ярҙам ала. Беҙҙә, Башҡортостанда быйыл туристар ағымы өс тапҡырға артты”, - тип яҙа “Фейсбук”тағы сәхифәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров.
“Мин үҙем дә бер нисә тапҡыр Башҡортостан буйлап сәйәхәт ҡылдым, Шүлгәнташ мәмерйәһенә барҙым. Иҫ китмәле матурлыҡтан тыш, үҙебеҙҙең милли аш-һыу, ҡымыҙ менән буҙа, шифалы бал да бар.
Туристар ағымы артыу менән был тармаҡтағы проблемалар шунда уҡ өҫкә ҡалҡып сыҡты. Беренсеһе, яҡшы юл сервисы булмау. Әлбиттә, туристар юлында кафе һәм магазиндар осрай, тик улар күберәк булһын ине. Радий Хәбиров йөкләмәһе буйынса, был бурысты беҙ коллегаларыбыҙға ҡуйҙыҡ. Йылы санузелһыҙ ниндәй уңайлыҡ тураһында һөйләп булһын инде.
Тағы бер проблема - ул да булһа тәбиғәт парктарында ташлап киткән сүп-сар. Уны хәл иткәндәр тиерлек, сүп-сар майҙансыҡтарын арттырғандар, матбуғат аша халыҡҡа мөрәжәғәт иткәндәр.
Ышанығыҙ, дуҫтар, беҙ Башҡортостанда ҡунаҡтарға бик шатбыҙ һәм туризмды үҫтереү өсөн бик күп көс һалабыҙ. Әлбиттә, матурлыҡтар менән маҡтаныу ғына түгел, ә коронавирустан ҡаҡшаған иҡтисадыбыҙға ла ярҙам итке килә. Бына әле 6-нан 9 авгусҡа тиклем Башҡортостанда мәғлүмәти һәм матбуғат турҙары үтте, ул “Рәсәй турҙары” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Был проектта беҙҙән тыш тағы 14 төбәк ҡатнаша. Туристик ойошмалар һәм ҙур федераль баҫмалар вәкилдәре республикабыҙҙың иң матур урындарында булды, ҡунаҡханалар һәм туристик базаларҙы ҡараны, республиканың шифахана-курорт мөмкинлеге менән танышты. Саранан һуң битарафтар ҡалмаған тиҙәр. Сәйәхәт бөтәһенә лә бик оҡшаған.
Туристик мөмкинлектәребеҙҙе үҫтерәсәкбеҙ. Беҙҙең күренекле урындарыбыҙ тураһында ер шарының бөтә мөйөштәрендә лә белеүҙәрен теләйбеҙ. Туризм үҫһә, иҡтисадҡа ла еңелерәк булыр”, – тип яҙа ул.
Фото: Фейсбук.
Читайте нас: