Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2020, 22:38

Уҡытыусыларға премия бирелә башлаясаҡ

Башҡортостанда ошо йылдан башлап Берҙәм дәүләт имтиханын йөз балға тапшырыусыларҙы әҙерләгән педагогтарҙы бүләкләй башлаясаҡтар.

Башҡортостанда ошо йылдан башлап Берҙәм дәүләт имтиханын йөз балға тапшырыусыларҙы әҙерләгән педагогтарҙы бүләкләй башлаясаҡтар. Был мәсьәлә бөгөнгө оператив кәңәшмәлә тикшерелде.

Мәғариф министры Айбулат Хажин, быйыл уҡыусылары юғары балдар йыйған яҡынса 106 дөйөм белем бирү учреждениеһы уҡытыусыһы иҫәпләнә, тип билдәләп үтте. Премияны Уҡытыусылар көнөндә тапшырырға планлаштыралар.

Премия күләме 50 мең һум тәшкил итәсәк. Быйыл был маҡсатҡа 5,5 миллион һум йүнәлтелә. Айбулат Хажин хәбәр итеүенсә, быйыл сығарылыш класс уҡыусылары Төп дәүләт имтихандарын тапшырманы, бюджет һаҡланды, һәм был аҡсаларҙы премияларға йүнәлтеү мөмкинлеге бар.
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров был мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итергә кәрәклеген белдерҙе. "Быны мотлаҡ эшләргә кәрәк. Хатта һеҙҙең экономия булмаһа ла, беҙ был аҡсаларҙы бирер инек. Мин бөгөн үк был эште яйға һалыуҙы һорайым", - тине ул.
Читайте нас: