газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2020, 16:36

"Таланттар марафоны" на рәхим итегеҙ!

Федераль телевидение экрандарында Бөтә Рәсәйҙән талантлы балаларҙы көтәләр!

Федераль телевидение экрандарында Бөтә Рәсәйҙән талантлы балаларҙы көтәләр! "Таланттар марафоны" - "Мәскәү ҡалаһының күп балалы ғаиләләр берекмәһе" йәмғиәтенең ауыр тормош хәлендә ҡалған Балаларҙы яҡлау фонды менән берлектә "Күп балалы Рәсәй" Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә уҙғарған иң күләмле проекттарҙың береһе ул. Был проект күп балалы ғаиләләрҙең ыңғай ҡарашын формалаштырыуға ҙәм ғаиләләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу буйынса бурыстарҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән. Акцияла Рәсәйҙең 75-тән ашыу төбәгенән һәм йөҙ меңдән ашыу ғаилә ҡатнашҡан. "Таланттар марафоны" күп балалы ғаиләләрҙәге балаларға Дәүләт Кремль һарайы, "Геликон-Опера" театры сәхгәһендә, илдең башҡа билдәле концерт майҙансыҡтарында һәм телевидениела сығыш яһарға мөмкинлек бирә. Проектта күп балалы ғаиләләр өсөн социаль лифттар булдырыла, һәм был талантлы балаларға профессионалдар булып китергә, ҙур сәхнәгә һәм киноиндустрияға эләгергә ярҙам итә. Конкурс алты йыл үткәрелә, йылдан-йыл уға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡушылалар. Быйыл, эпидемиологик хәлгә бәйле, ул дистанцион форматта, онлайн уҙғарыла. Конкурста ҡатнашыусылар видеороликтар ебәрә, улар унда үҙ таланттарын дүрт номинацияла (вокал, хореография, һөйләшеү жанры, халыҡ амарфоны) күрһәтергә тейеш. Конкурста еңеүселәр Әсәләр көнөнә арналған концертта ҡатнашасаҡ. Уны ноябрҙә федераль телеканалдарҙың береһендә күрһәтеү планлаштырыла. Проект ваҡытында илдең талантлы балалары эстрада, кино, театр һәм телевидение йондоҙҙары үткәргән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала. Ҡатнашыусылар сертификат, ә иң мөһиме - яңы уңыштарға ирешергә ярҙам итәсәк уникаль белем күнекмләр аласаҡ. Проект тураһында ентеклерәк мәғлүмәт һәм ҡатнашыусының анкетаһы многодетные-семьи.рф/marafon сайтында урынлаштырылған. Еңеүселәр көҙ көнө билдәләнәсәк. Тәүәкәлләгеҙ, ҡатнашығыҙ, таланттарығыҙҙы күрһәтегеҙ!
Читайте нас: