Кисә, 9 августа, Мәләүез районының Корнеевка ауылы янындағы ташландыҡ ҡойола ҡатын-ҡыҙ кәүҙәһе табылған. Мәйет 3,5 метр тәрәнлектә ятҡан. Үле ҡатынды соҡорҙан сығарғас, хоҡуҡ һаҡсылары уның шәхесен асыҡлаған - ул күрше ауылдарҙың береһендә йәшәүсе 57 йәшлек ҡатындыҡы булып сыҡҡан. Тәнендә күренеп торған йәрәхәттәр, йәки криминаль характерҙагы эҙҙәр табылмаған. Эксперттар әйтеүенсә, ҡатын өс көн элек вафат булған.
Ҡатындың кәүҙәһе экспертизаға ебәрелгән.