газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2020, 11:00

Ниндәй була ул онлайн-лагерь?

Республикала 483 онлайн-смена эшләй.

Республикала 483 онлайн-смена эшләй. Унда 100 мең бала ҡатнашҡан. Хатта Краснодар крайындағы, Төмән, Силәбе, Свердловск өлкәләрендәге, Татарстандағы, Ямал-Ненецк автономиялы округындағы һәм башҡа төбәктәрҙәге малай-ҡыҙҙар ҙа ҡушылған. Был “Мәғариф” милли проекты ярҙамында мөмкин булған. Мәҙәниәт, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Эске эштәр министрлыҡтары, Бөтә Рәсәй ирекмән янғын һүндереүселәр йәмғиәте һәм башҡа ойошма-ведомстволарҙың берлектә эшләүе онлайн-сменаларҙың мөһимлеген һәм кәрәклеген тағы көсәйткән. Улар балаларға үҙ мөмкинлектәрен асырға, ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса бергә тупланырға һәм ябай көнгә йәй буяуҙарын ҡушып йәмләргә булышлыҡ иткән. Теләгәндәр https://education.bashkortostan.ru/activity/22289/ асылмаһы буйынса онлайн-сменаға ҡушыла ала.
#Миллипроекттар
Фото: vk.com
Читайте нас: