газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2020, 21:58

Ике йыл битлек кейеп йөрөп буламы?

Медицина фәндәре докторы, эпидемиолог һәм вируслы инфекцияларҙы контролдә тотоу һәм иҫкрәтеү өлкәһе белгесе Михаил Фаворов, беҙгә тағын ике йыл медицина битлеге кейеп йөрөргә тура киләсәк, тип фаразлай.

Тиҙҙән коронавирус инфекцияһының икенсе тулҡыны яулап аласаҡ һәм ул үткәндәгеһенән күпкә ҡурҡынысыраҡ буласаҡ, ти ул.

Белгестең һүҙҙәре буйынса, ковид октябрь айҙарында баш күтәрәсәк һәм вирусты был ососрҙа йоҡтороусылар уны йәйен ауырыусыларға ҡарағанда күпкә ауырыраҡ үткәрәсәк.

"Медицина битлектәрен тағын ике йыл кейергә тейеш буласаҡбыҙ, - ти белгес. - Мин дә уны яратмайым. Тик хәүефле инфекцияға ҡаршы тороу өсөн был сара бик мөһим".

Михаил Фаворов әйтеүенсә, октябргә тиклем "бикләнеп йәшәмәҫбеҙ", тик бына октябрҙә ваҡиғалар март-апрель айҙарындағы сценарий буйынса ҡабатланыр. "Әгәр ҙә фаразымда яңылышһам, бик бәхетле булыр инем", - ти белгес.
Фото: x96.com
Читайте нас: