газета "Салауат"
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 16:58

“Башавтотранс”тың автопаркы тағы яңырҙы

Был Башҡортостан Хөкүмәтенең дәүләт пассажирҙар ташыу компанияһының автобустар паркын яңыртыуға йүнәлтелгән ярҙамы менән тормошҡа ашырылды.

Был Башҡортостан Хөкүмәтенең дәүләт пассажирҙар ташыу компанияһының автобустар паркын яңыртыуға йүнәлтелгән ярҙамы менән тормошҡа ашырылды. 2019 йылдың июленән алып бөгөнгә тиклем предприятие 623 яңы автобусҡа эйә булды. Улар “Башавтотранс” автотранспорт предприятиеһының ғәмәлдә эшләп килгән маршруттарында йөрөүгә йүнәлтелде.
Автобустарҙың 323-ө Өфөгә ҡайтарылды. Баш ҡалаға 2020 йылдың өсөнсө кварталында 100 “Вектор-Некст” маркалы автобустар килтереү ҙә көтөлә.
2018 йылдың октябре менән сағыштырғанда, Өфө һәм уның эргә-тирәһендәге маршруттарҙа йөрөгән автобустар һаны 67 процентҡа артҡан. Ә рейстар һәм ташылған пассажирҙар һаны 41 процентҡа күбәйгән.
Республика буйынса ла был һандар үҫә бара. Автобустар һанын арттырғанға күрә, 2019 йылдың авгусынан алып предприятие 14 ҡала-ара маршрутты тергеҙгән. Район хакимиәттәре үтенесе буйынса, социаль әһәмиәткә эйә 16 яңы маршрут асылған.
Транспортты яңыртыу автовокзалдар эшмәкәрлеген дә йәнләндергән. Элек баш ҡаланың Көньяҡ автовокзалынан тәүлегенә 1,5 мең пассажир ҡуҙғалһа, хәҙер был һан 2,6 меңгә барып еткән.
“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының автопаркын яңыртыу 2024 йылға тиклем дауам итәсәк, тип күҙаллана.
Автор: Равиля Гатауллина ("Башҡортостан" гәзитенән) https://salauat.rbsmi.ru/news/Bashavtotrans-ti-avtoparki-ta-i-ya-ir-i-400733/
Читайте нас: