Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 19:02

Алма-грушалы, персиклы йогурттар етештерелә башланы

"Һөт кухняһы" етештергән продукцияһының исемлеген киңәйтте. Хәҙер алма-грушалы, персиклы йогурт та етештерәсәктәр.

"Һөт кухняһы" етештергән продукцияһының исемлеген киңәйтте. Хәҙер алма-грушалы, персиклы йогурт та етештерәсәктәр. Ҡуйылығы - 3,2 процент. Был көндәлек рационды төрлөләндерергә мөмкинлек бирәсәк. Ата-әсәләргә уның сифатында һәм хәүефһеҙлегендә шикләнергә урын юҡ. Сөнки йогурт тәбиғи компонеттарҙан ғына тора. Ул шулай уҡ А (60,0 мкг), Е (0,6 мг),В (0,14 мкг), D (1,55 мкг) төркөмө витаминдары, аҡһым һәм аминокислоталар менән байытылған. Был иммун системаһын нығытыу өсөн бик мөһим. Файҙалы составы булғанға күрә, продукт 8 айҙан 3 йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн дә тәғәйенләнгән.
Читайте нас: