“Эшҡыуарлыҡ баттлы” республика проектында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы. Был сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты сиктәренд бойомға ашырыла.
Эшҡыуарлыҡ баФото: республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.ттлы – проектты ойошторғанда, әҙерләгәндә һәм алға этәргәндә ғәмәли ярҙам күрһәтеү, Башҡортостандағы алдынғы эшҡыуарҙарҙың тәжрибәһе менән уртаҡлашыу ул. Сараның ситтән тороп ойошторолған өлөшө 1-нән 20 авгусҡа тиклем үткәреләсәк. Шулай итеп, 20 йәш эшҡыуар үҙ-ара баттл формаһында ярышасаҡ.
Сарала 18 йәше тулғандар, йәшәү урыны буйынса республикала теркәлгәндәр һәм йәшәгәндәр ҡатнаша ала. Ғаризаны app.delo102.ru/c/bizbatt сайты буйынса 20 авгусҡа тиклем ебәрергә мөмкин. Быйыл сентябрҙән декабргә тиклем дүрт этап ойоштороласаҡ.
Финалға сыҡҡандар үҙҙәренең әҙер эшҡыуарлыҡ проекттарын ойоштороу комитеты ағзаларына күрһәтә аласаҡ. Еңеүсене бүләктәр көтә. Ярыш барышына тәжрибәле эшҡыуарҙар, төбәк министрлыҡтары, ведомстволары вәкилдәре күҙәтәсәк.
Фото: республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан алынды.