Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 11:00

Президент ҡайғы уртаҡлаша

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһын юлланы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһын юлланы.

"Рәсәй Ливан халҡының ҡайғыһын уртаҡлаша", - тип башлана Ливан республикаһы Президенты Мишель Аунға ебәрелгән телеграмма.

Фажиғә Бейрут портында булған. Ливандың баш ҡалаһы портында кис көнө шартлау яңғыраған. Удар көс күрше ҡалаларҙа ла, хатта Кипрҙа ла һиҙелгән. Ҡорбандар ҙа бар. Шартлау көслө булған, унан һуң янғын башланған. Әле фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

"Һәләк булғандарҙың яҡындарына ныҡлыҡ теләйем. Бөтә зыян күреүселәр тиҙерәк һауыҡһын", - тигән Владимир Путин.

#ВладимирПутин

Фото: islam-today.ru

Читайте нас: