Октябрьский ҡалаһында 11 йәшлек малай менән уның 42 йәшлек әсәһенең кәүҙәһе табылыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Уларҙы кемдер үлтергәне лә билдәле ине. Бөгөнгө яңылыҡ бөтөнләй иҫтән яҙҙырҙы. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, малайҙы үҙ әсәһе бысаҡ менән сәнсеп үлтергән. Аҙаҡ үҙ-үҙенә ҡул һалған. Фатир эстән бикле булған. Күршеләре хәбәр итеүенсә, кәүҙәләр бында бер нисә көн дауамында ятыуы ихтимал, сөнки насарн еҫ килә башлаған.
- Ире Себерҙә, вахтала. Ғаилә имен ине, аҡса менән проблемалары юҡ. Ул ҡатындың башына берәй нимә “һуҡҡандыр”. Улдары отличник ине, әсәһе һәр саҡ уның уҡыуын күҙәтте, ярҙам итте, - ти урындағы кешеләр.
Әле енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хәлде тикшереү бара. Был ваҡиғаны тикшереүҙе Тәфтиш комитеты һәм прокуратура үҙ контроленә алған.
Әгәр был хәбәр дөрөҫкә сыҡһа, әсәне бындай ҡот осҡос аҙымға нимә этәрҙе икән? Бала ла юҡ, әсә лә...