газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 11:00

Президентты Ил-114-300 самолеты ҡыҙыҡһындырҙы

Рәсәй Президенты "Берләштерелгән авиатөҙөлөш корпорацияһы" йәмғиәтенең генераль директоры Юрий Слюсарь менән осрашҡайны. Унда һүҙ ҙур проекттар хаҡында барҙы.

Рәсәй Президенты "Берләштерелгән авиатөҙөлөш корпорацияһы" йәмғиәтенең генераль директоры Юрий Слюсарь менән осрашҡайны. Унда һүҙ ҙур проекттар хаҡында барҙы. Президент белдереүенсә, авиатөҙөлөш компанияһына донъяла танылған алты предприятие инә. Путин Слюсарҙан уларҙың барыһының да эшмәкәрлеге хаҡында һорашты. Уны айырыуса Ил-114-300 самолеты ҡыҙыҡһындырҙы.

Юрий Слюсарь әйтеүенсә, уларҙың ҙур проекттары байтаҡ. Етештерелгән продукция (бында авиатехника тип аңларға кәрәк) ситтә лә ихтыяж менән файҙалана. Йыл һайын тиҫтәләрсә самолетты төрлө авиакомпания һатып алып ҡына тора. Оборона министрлығы ла заказды йыш бирә.

Президент һораған Ил-114 самолеты әле йыйылған, тәүге осошон көтәләр. Сентябрь тирәһендә Мәскәү өлкәһендәге Жуковский янында һынау үткәрергә күҙаллайҙар. Машина бик кәрәк, ул төпкөлгә лә оса аласаҡ. Был яңы модель Ан-24-те, Канаданың Q400-өн еңел алмаштыра.

#ВладимирПутин

Фото: Кремлин.ру
Читайте нас: