Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 21:01

Түләмәгәндәргә бирелмәй

1 сентябрҙән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса бурыстары булган льготасыларға айлыҡ аҡсалата компенсация (ЕДК) түләнмәйәсәк.

1 сентябрҙән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса бурыстары булган льготасыларға айлыҡ аҡсалата компенсация (ЕДК) түләнмәйәсәк.
2020 йылдың 1 июленән федераль закон талаптарына ярашлы, торлаҡ бинаға һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымдарҙың айлыҡ аҡсалата компенсацияһын иҫәпләү тәртибе үҙгәрҙе. Әлеге социаль түләүҙе алыусы граждандарҙың ташламалы категорияларына (Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, инвалидтар һәм инвалид балалары булған ғаиләләр; радиация йоғонтоһона дусар булған граждандар; хеҙмәт ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, күп балалы ғаиләләр) торлаҡ-коммуналь хеҙмәт күрһәтеүҙәр өсөн түләүҙең факттағы сығымдары буйынса коммуналь хеҙмәт күрһәтеүҙәрҙән файҙаланыуҙың билдәләнгән нормативтары сиктәрендә шәхси иҫәпләнәсәк.
1 июлгә тиклем ЕДК күләме Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмегендә уртаса йәшәү шарттары буйынса торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡының республика стандарттарына ҡарата проценттарҙа иҫәпләнгән.
Сентябрҙә ЕДК алыу өсөн июль айында алынған торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн 10 авгусҡа тиклем түләргә кәрәк. Бурыс булған осраҡта льготалы категория граждандаары сентябрҙә берҙәм аҡсалата компенсацияны алыуға иҫәп тота алмай.
Әлеге социаль түләү - түләнгән сығымдарҙы ҡаплау. ЕДК иҫәпләү хеҙмәт күрһәтеүселәрҙән алынған түләүҙәр тураһындағы мәғлүмәттәр нигеҙендә башҡарыласаҡ. ЕДК күләмен иҫәпләү өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн иҫәпләнгән сумма, уларҙы ташламалы айҙың 10-ына тиклем түләү (йәғни июль өсөн коммуналь түләүҙәрҙе 10 авгусҡа тиклем башҡарырға кәрәк) иҫәпкә алынасаҡ.
ЕДК яңы күләмдәрҙә августа иҫәпләнәсәк һәм сентябрҙә июль өсөн һәм артабан ай һайын түләнәсәк.
Автор фотоһы.
Читайте нас: