газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 11:00

Паспортҡа ҡушып - Конституция

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә үҙгәрештәр индерелгән Конституцияны паспорт менән бергә биреү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә үҙгәрештәр индерелгән Конституцияны паспорт менән бергә биреү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.
Президенттың был йөкләмәһе Кремль сайтында урынлаштырылған. Конституцияның актуаль редакцияһын 14 йәше тулған граждандарға һәм Рәсәй Федерацияһы гражданлығы алған кешеләргә тапшырырға тәҡдим ителә.
Рәсәй Президенты министрҙар кабинетына, шулай уҡ Кремль администрацияһына студенттар һәм мәктәп уҡыусылары өсөн илдең Конституцияһын өйрәнерлек даими саралар ойоштороу менән мәшғүл булырға ҡушты.
Фото: РИА Новости
#ВладимирПутин
Читайте нас: