“Беләм, ышанам, яҡланғанмын” - Башҡортостан Башлығы грантында еңеүсе проект.
Проектҡа ярашлы бынан ары Күп функциялы үҙәктәрҙең иң әүҙем һәм 30 йәштән өлкәнеректәр күп йөрөй торған пункттарында ВИЧ-ҡа анализ биреү өсөн мобиль майҙансыҡтар булдырыу кешегә ябай һәм хәүефһеҙ ысул менән үҙ сәләмәтлеген тикшертергә мөмкинлек бирәсәк. Унда был сир тураһында тулы мәғлүмәт алырға ла була.
“Уңайлы мөхит” төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм Күп функциялы үҙәктәр араһында төҙөлгән килешеү арҡаһында уларҙың биләмәһендә тест үткәреү пунктарын асырға рөхсәт иткәндәр. Бында “ВИЧ- инфекцияһын иҫкәртеү” тураһындағы 3.1.5.2826-10 һанлы ҡағиҙәләрҙә билдәләнгән барлыҡ санитар һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлә.
Был пункттар йәй көнө эш ваҡытында 17 сәғәттән үҙәк ябылғансы, ә ҡышын һәм ял көндәрендә 12 сәғәттән эшләйәсәк. Урындарҙа шәфҡәт туташы һәм социаль хеҙмәткәр эшләйәсәк, улар медицина анализын барлыҡ талаптарҙы үтәп аласаҡ һәм клиентҡа консультация бирәсәк, уның барлыҡ һорауҙарына яуап бирәсәк.
Тест ыңғай һөҙөмтә күрһәткән осраҡта граждандарҙы, уларҙың ризалығы буйынса, СПИД терроиториаль үҙәгенә оҙатып барасаҡтар. Был уларға ваҡытында дауалана башларға мөмкинлек бирәсәк.
Проектта ирекмәндәр ҙә ҡатнашасаҡ, улар көн дауамында баҫма продукция таратасаҡ, бында ВИЧ-ҡа тест үтеү мөмкинлеге тураһында һөйләйәсәк.
Тесты аҙна һайын “Башҡортостан” сауҙа үҙәгендә шишәмбе 17 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем күп функциялы үҙәктәргә инә торған ерҙә тапшырырға мөмкин. Коронавирус инфекцияһы йоғоу ҡурҡынысы бөткәс, тағы ике пункт асыу планлаштырыла.
Проектты бойомға ашырыу ваҡыты - 4 августан 2021 йылдың 31 майына тиклем.