Рәсәйҙә льготалы ипотека өсөн тәүге иғәнә 15 процентҡа тиклем төшөрөлдө. Ошо хаҡтағы бойороҡҡа РФ Премьер-министры МИхаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Быға тиклем программала ҡатнашыу өсөн 20 процент тәүге иғәнә индереү шарт ине. Льготалы ипотекаға ярашлы, яңы торлаҡтан фатир алғандарға кредит 6,5 процентҡа бирелә. Программа ноябргә тиклем дауам итә. Льготалы ипотека ярҙамында 310 меңдән ашыу ғаилә йәшәү шарттарын яҡшырта аласаҡ.