газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 16:20
Юлдағы иҫеректәр - мөмкин булған үлтереүселәр
Был аҙнала авариялар һәм уларҙа үлгәндәр менән хәлдәр нисек?
Был аҙнала авариялар һәм уларҙа үлгәндәр менән хәлдәр нисек? Был турала оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев һөйләне.
Үткән аҙнала республика юлдарында 68 юл-транспорт фажиғәһе булған, уларҙа 86 кеше йәрәхәтләнгән һәм 11 кешенең ғүмере өҙөлгән. Эскән килеш рулгә ултырған кешеләрҙе асыҡлау буйынса эш көсәйтелгән.
– Башҡортостан Башлығы 22 июндә ЮХХДИ менән берлектә иҫеректәрҙе асыҡлау буйынса эш башларға ҡушҡайны. Шул көндән алып дәүләт автоинспекцияһы 2064 иҫерек водителде ҡулға алды, араларында медицина тикшереүен үтеүҙән баш тартҡандар ҙа бар ине. Үткән аҙнала йәнә 379 иҫерек тотолдо, уларҙың 224-е ял көндәрендә, – тине Алан Марзаев.
Радий Хәбиров был йүнәлештәге эште дауам итергә һәм ҡағиҙә боҙғандарҙы бик ҡаты итеп яуаплылыҡҡа тарттырырға ҡушты. Уның белдереүенсә, эскән килеш автомобиль йөрөткәндәрҙең эше судҡа эләгеү менән ҡаты ҡарар сығарыла, был кешеләр водитель таныҡлыҡһыҙ ҡала, ҙур штраф түләй.
– Тулы цикл эшләһен: ҡулға алыу – штраф – административ яза. Һандар насар. Айыҡ йөрөтөүҙе пропагандалау, иҫеректәрҙе күрһәтеү кәрәк. Һәр пост менән телевидение операторҙары булһын, уларҙы төшөрһөн. Иҫерек йөҙҙәрен телевизор аша күрһәтергә кәрәк, улар бит мөмкин булған үлтереүселәр, – тине Радий Фәрит улы.
Фото:
avto-mustang.ru
Автор: Альфия Мингалиева ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Yulda-i-i-erekt-r-m-mkin-bul-an-ltere-sel-r-392950/
Читайте нас: