газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 18:48

Тик яҡшыға ғына булһын инде

2019 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә “сүп-сар реформаһы” тип йөрөтөлгән ҡалдыҡтарҙы йыйыу, уларҙы ҡайтанан эшкәртеү йәки күмеү өлкәһендәге дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла башлағайны.

2019 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә “сүп-сар реформаһы” тип йөрөтөлгән ҡалдыҡтарҙы йыйыу, уларҙы ҡайтанан эшкәртеү йәки күмеү өлкәһендәге дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла башлағайны.
Программа ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендәге “Экология” милли проектына ярашлы барлыҡҡа килгәйне. Был тәғәйенләнмәгән урындарҙағы сүплектәрҙең һәм тулған полигондарҙың тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон кәметеү өсөн атҡарылғайны.
Ошо хәлде яҡшыртыу өсөн дәүләт ҡалдыҡтарҙы сортировкалау һәм ҡайтанан эшкәртеү өлкәһенә шәхси инвестицияларҙы йәлеп итергә ҡарар иткәйне. Шуға тотош илдә ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм үтилләштереү өсөн төбәк операторҙары селтәрҙәре барлыҡҡа килгәйне. Башҡортостанда ошондай дүрт оператор бар. Уларҙың береһе – “Эко-Сити” компанияһы.
“Үҙебеҙҙең төбәктәге ауыл-ҡалаларҙа “сүп-сар реформаһы”на тиклем ҡалдыҡтар менән эш итеү тигән нәмә бөтөнләй юҡ ине. Шуға барыһын да нулдән башларға тура килде, – тип һөйләй “Эко-Сити” компанияһының башҡарма директоры Артем Кирәйев. – Этап башында хеҙмәтләндерелгән биләмәлә ҡалдыҡтарҙы сығарыу һәм үтилләштереү буйынса инфраструктураны ойоштороу өсөн компанияға күп кенә аҡса сарыф итергә тура килде. Шулай итеп, бөгөн “Эко-Сити” үҙенең һәм шулай уҡ бурысҡа алынған бер миллиард һумға яҡын аҡсаны милли проектты тормошҡа ашырыуға йәлеп итте. Уларҙың 840 миллион һумы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сортировкалауға һәм күмеүгә тотонолдо. Шулай уҡ сүп-сарҙы сортировкалау һәм шунса уҡ ҡалдыҡтарҙы урынлаштырыу буйынса комплекстар төҙөүгә сарыф ителде. Ә 110 миллион һумға махсуслашҡан техника – автомобилдәр, контейнерҙар һәм башҡалар – һатып алынды”.
Киләсәктә “Эко-Сити” был эшкә 2,5 миллиард һумлыҡ инвестиция йәлеп итмәксе. Компания полигондар булмаған райондарҙа сүп-сар бушатыу урындарын ойоштора башлаған да инде. Бөгөн Мәләүез районында полигон тамамланыу өҫтөндә. Бынан тыш, Баймаҡ районында экотехнопарк төҙөү планлаштырыла. Автомобилдәр паркы ла хеҙмәттәрҙе күрһәтеүҙе яҡшыртыу өсөн киңәйтеләсәк. Артем Кирәйев белдереүенсә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү инфраструктураһының барлыҡҡа килеүе “Экология” милли проектын бойомға ашырыу ғына түгел, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға ла булышлыҡ итәсәк.
Яҡын арала төбәк операторы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу өсөн автомобиль паркын киңәйтергә, шулай уҡ сүп-сарҙы йышыраҡ сығартырға ниәтләй. Әммә хыялдарҙы бойомға ашырыу өсөн иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән тарифтар кәрәк, шулай уҡ халыҡтың түләүҙәрҙе ваҡытында нампыҫлы башҡарыуы ла мөһим.
Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан.
Читайте нас