Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 12:05

Льготаға кемдәр хоҡуҡлы?

Башҡортостан Республикаһына торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн льготаға федераль бюджеттан рекордлы сумма бүленгән.

Башҡортостан Республикаһына торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн льготаға федераль бюджеттан рекордлы сумма бүленгән.

Республикаға коммуналь хеҙмәттәр өсөн льгота күрһәтеүгә тәғәйенләнгән 3,3 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде. Был хаҡта документҡа Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Беҙҙән күберәк суммаға Мәскәү, Краснодар өлкәләре, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары ғына аласаҡ. Льготалар инвалид, һуғыш ветераны һәм төрлө катастрофала зыян күргән граждандар категорияһына ҡаралған. Улар торлаҡ-коммуналь хеҙмәтенең яртыһы өсөн генә түләйәсәк, ҡалған яртыһын хөкүмәт ҡаплаясаҡ. Ә төбәк хөкүмәтен, үҙ сиратында, федераль бюджет компенсациялаясаҡ.

Фото: редакция архивынан.

Читайте нас: