Баш ҡаланың Орджоникидзе районындағы дежур балалар баҡсаһы карантинға ябылған. Сәбәбе - ата-әсәләрҙең береһендә коронавирус табылған. Хәҙер тәрбиәселәр башҡа ата-әсәләргә шылтырата һәм балаларҙың ниндәй поликлиникаға теркәлгән икәнлеген асыҡлай. Учреждение ике аҙна карантинда буласаҡ.