газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 15:42

"Алға" менән ҡулланыусылар артҡандан-арта

Республиканың һәр алтынсы кешеһе "Алға" картаһын һатып алған.

Республиканың һәр алтынсы кешеһе "Алға" картаһын һатып алған. "Алға" берҙәм транспорт картаһын сығарыу һәм берҙәм ҡулаҡсаһыҙ республика системаһын индереү буйынса пилот проекты 2019 йылдың 1 июленән башланғайны. Проект ғәмәлгә ашырыла башлағандан бирле системага 65 пассажирҙар ташыу компанияһы тоташтырылган, уларға 5 701 терминал тапшырылған. Пилот проектының ғәмәлдә булыу ваҡытында 300 меңдән ашыу карта һатылған, 97 миллиондан ашыу кеше ташылған, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан. Пассажирҙар "Алға" картаһын файҙаланыуҙың өҫтөнлөктәрен баһаланы - уның менән хәҙер республиканың һәр алтынсы кешеһе ҡуллана. Республика халҡының маҡсатлы төркөмдәре өсөн Мәктәп уҡыусыһы, мәктәп хеҙмәткәре карталары, корпоратив карталар, ташламалы категория граждандары өсөн социаль карта эшләп сығарылған һәм ғәмәлгә индерелгән. Бер көн эсендә терминалдар «Алға» картаһы буйынса түләнгән 361 мең тапҡыр йөрөүҙе теркәй. Шул уҡ ваҡытта ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүҙәрҙең дөйөм күләме 75 процент тәшкил итә.
“Алға” берҙәм транспорт картаһы менән түләгәндәргә “Башавтотранс” дәүләт унитар предпиятиеһы, МУЭТ, ҡала электричкаһында тарифтар банк картаһы йәки ҡулаҡса менән түләгәнгә ҡарағанда түбәнерәк.
Пассажирҙарға уңайлы булһын өсөн 2019 йылдың 1 сентябренән мультимо­даль система индерелде. Был бер сәғәт эсендә бер тапҡыр “Алға” картаһы менән түләп, бер нисә автобус, трамвай, троллейбус, электричканы (Дим-Шаҡша маршруты) алмаштыра алыуҙы аңлата. Ошо тариф индерелгәндән һуң бер сәғәт эсендә күсеп ултырыу мөмкинлеге бер миллиондан ашыу хәрәкәт итеү өсөн файҙаланылған.
“Алға” картаһын республика буйынса 2163 һатыу нөктәһенән алып була. Картаны һатыуға эре федераль һәм республика сауҙа селтәрҙәре йәлеп ителгән. Бынан тыш, карталар “Башавтотранс” ойошмаһына ҡараған транспортта ла, “Рәсәй почтаһы” бүлексәләрендә лә һатыла һәм шунда уҡ картаны тулыландырып була.
Пилот проекты партнерҙары булып “Һаҡлыҡ банкы”, “УралСиб”, “Промтрансбанк”, ВТБ, “Почта банк”, “Райффайзенбанк”, “Россельхозбанк”, “Альфа-банк” кеүек эре банк ойошмалары тора, тимәк, “Алға” картаһын уларҙың бүлексәләренә лә тулыландырырға мөмкин.
Шул уҡ ваҡытта карта менән ҡулланыусыларҙың 97 проценты уны банктарҙың интернет сервистарында тулыландыра.
Фото: bashinform.ru

Читайте нас: