Рәсәй Президенты Владимир Путин илдәге санитар-эпидемиологик хәл һәм һаулыҡ һаҡлау системаһының көҙгө-ҡышҡы ваҡытҡа әҙерлеге тураһында видеоконференция режимында кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Кәңәшмәлә ҡатнашусылар Рәсәйҙә коронавирус таралыу буйынса хәлде, медицина учреждениеларының көҙгө ваҡыттағы һалҡын тейеү ауырыуҙарына әҙерлеген тикшерҙе.
– Хәл ҡатмарлы булып ҡала, ауырыусылар артырға ла, кәмергә лә мөмкин. Шуға күрә беҙ йыйылдыҡ та инде. Тынысланыр, табиптар кәңәштәрен онотор өсөн бер ниндәй сәбәп тә юҡ, - тине Владимир Путин. - Мин әле власть вәкилдәренә лә, ил халҡына ла мөрәжәғәт итәм.
Өҫтәүенә, илдең барлыҡ төбәктәрендә лә ауырыуҙарҙың тотороҡло кәмеүенә ирешеп булманы. Федерация субъекттарының ҡайһы бер төбәктәрендә хәл ҡатмарлы булып ҡала.